Өфө фән һәм технологиялар университеты мәктәп уҡыусыларын стажировка үтергә саҡыра

Тәүгеләрҙән булып бындай мөмкинлекте Псков өлкәһенән Тимофей Ковалев файҙаланған. Ҡаланың техник лицейы уҡыусыһы «Фән. Геройҙар биләмәһе» федераль конкурсында еңеү яулаған. Стажировка өс көнгә иҫәпләнгән. Уның барышында юғары уҡыу йортоноң төрлө факультеттары менән танышырға мөмкин.

Псков ҡалаһы уҡыусыһы университеттың донъяуи кимәлдәге берҙән-бер технологиялар һәм уның етештереүселәре менән яҡындан танышты. Үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Әйткәндәй, Тимофей Ковалев федераль конкурста ҡатнашҡан 21 меңдән ашыу уҡыусы араһынан икенсе урын яулай һәм Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенә стажировка үтеүгә саҡырыла. Уны замандаштары физиканың ысын фанаты, тип атай. Ул күп кенә олимпиадалар еңеүсеһе һәм призеры. Сириус белем биреү үҙәгенең ғилми программаларында ҡатнашыуы ла шуға дәлил.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ