Иглин районының Балтик ауыл советында урынлашҡан ял базаһында үткән осрашыу барышында ҡатнашыусылар төбәктә туристик йүнәлеште үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе, тәжрибәһе, идеялары менән уртаҡлашты. Туристик база хужабикәһе үҙенең глэмпингтарында хеҙмәтләндереү өлкәһен киңәйтеү пландары тураһында һөйләне. Мария Пацкова һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалы ғаиләләргә хәйриә ярҙамы күрһәтә, бындай ғаиләләр бушлай ял итә ала.
Иглин районында туристарҙы йәлеп итеүсе 30-ға яҡын урын иҫәпләнә. Бында ваҡиғалы, экологик һәм ғаилә туризмы кеүек йүнәлештәр эшләй.
Туризм менән шөғөлләнгән иллегә яҡын эшҡыуар теркәлгән. Ваҡиға туризмы туристарҙы йәлеп итеүсе йүнәлеш һанала. Улар барыһы ла күләмле, ҡыҙыҡлы үтә, сағыу тәьҫораттар ҡалдыра.



