Райондан алғы һыҙыҡта хәрби бурысын үтәгән “Гонза” һәм “Рэмбо” ҡушаматлы һалдаттар Башҡортостан Башлығы указы менән генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин социаль селтәрҙә ошо турала хәбәр иткән. “Ир-егеттәребеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайым! Хәрби бурыстарын уңышлы үтәүҙәрен теләйем. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ”, - тип яҙған Марат Исҡужин. Яҡташтарыбыҙ яугирҙар сафына баҫа ала. Бының өсөн илдең Оборона министлығы менән килешеү төҙөргә кәрәк. Белешмә өсөн бәйләнеш телефоны: 117.




