Мәскәү халыҡ-ара кинофестивалендә Өфө тураһында фильм күрһәтелә

20 апрелдә “Йәй. Ҡала. Мөхәббәт” тигән кино премьераһы тәҡдим ителә. 24 апрелдә был картина ҙур экандарға сыға. Ул мөхәббәт темаһына арналған 8 новелланан тора. Фильм Өфөнөң иң билдәле урындарында төшөрөлгән. Тамашасылар Өфө муйынсағы, Яҡутов, Салауат Юлаев парктарының гүзәллеген, Арт-Квадраттағы ижади мөхитте, Черниковка биҫтәһенең үҙенсәлекле урындарын күрә ала.  Картинаны Айнур Асҡаров, Айрат Абушахманов, Айсыуаҡ Йомағолов һәм башҡа талантлы режиссерҙар төшөргән. Ролдәҙе Алмас Әмиров, Рушанна Бабич, Николай Рихтер, Артур Ҡунаҡбаев башҡара.

Фото №1 - Мәскәү халыҡ-ара кинофестивалендә Өфө тураһында фильм күрһәтелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ