Май байрамдарында көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға айырым иғтибар була

Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров шундай бурыс ҡуйҙы. Ул шулай уҡ өмәләр барышында тупланған һәм зыяраттарҙан сығарылған сүп-сарҙы түгеүҙе ойошторорға ҡушты. Республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдереүенсә, контейнер майҙансыҡтары тулмаһын өсөн хакимиәттәр төбәк операторы менән сүп-сар сығарыу тураһында килешеү төҙөргә тейеш. Әле 390-ға яҡын контрактҡа ҡул ҡуйылған. Көнкүреш ҡалдыҡтары әйләнешен күҙәткән Федераль штаб мәғлүмәттәре буйынса, әле Башҡортостан бөтә күрһәткестәр буйынса “йәшел” зонала килә. Сүп-сар сығарған өсөн халыҡтың 93 проценты ваҡытында иҫәпләшә. Көн һайын 330-ҙан ашыу техника ҡалдыҡтарҙы түгеүгә йәлеп ителә. Улар быйыл 237 мең тонна сүп сығарған.

Фото №1 - Май байрамдарында көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға айырым иғтибар була
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ