Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фронт өсөн техника алыуҙа йәмәғәтселәр, эшҡыуарҙар һәм урындағы халыҡ ҡатнашҡан. Яугирҙарға дрондарға ҡаршы система, квадрокоптерҙар, медицина препараттары, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәрелгән. “Гуманитар ярҙам туплауҙа һәм уны оҙатыуҙа ҡатнашыусыларға рәхмәт. Хәрбиҙәребеҙ һеҙҙең иғтибар һәм хәстәрлеккә мохтаж. Берҙәм булайыҡ”, - тип белдергәндәр Туймазы районы хакимиәтенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.




