Уны уҙғарыу майҙансыҡтары билдәләнде. Улар Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө Фән һәм технологиялар университеты, Мәғарифты үҫтереү институты, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханала була. “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант телебегә булған ихтирам һәм һөйөү билдәһе. Был акция башҡа милли республикаларға өлгө булып тора”, - ти Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина.
Халыҡ-ара диктантта ҡатнашыусыларға сертификат тапшырыла. Тулыраҡ мәғлүмәт менән bashdictant.ru сайтында танышырға була.




