Бөгөн Өфөлә дәүер геройҙарын һүрәтләгән ижадсылар осрашты

Башҡортостан Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова патриотик темаға арналған конкурс еңеүселәре һәм лауреаттары менән аралашты. Сарала шулай уҡ ижади берекмә етәкселәре ҡатнашты. “Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан күҙгә-күҙ ҡарашып фекер уртаҡлашырға ҡарар иттек”, - тип белдерҙе Әминә Шафиҡова.

Бөгөн Өфөлә дәүер геройҙарын һүрәтләгән ижадсылар осрашты

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актеры Морат Рафиҡов үҙен яҙыусы булараҡ һынап ҡараған. Ул махсус хәрби операция темаһына бағышланған хикәйәһен ижади ярышҡа ебәргән. 

Бөгөн Өфөлә дәүер геройҙарын һүрәтләгән ижадсылар осрашты

“Ҡәләмдәштәребеҙ алғы һыҙыҡҡа даими барып тора. Улар халыҡҡа яугирҙарыбыҙҙың ҡыйыулығы тураһында һөйләй, һалдаттарҙың батырлығын мәңгеләштерә”, - ти Башҡортостан яҙыусылар берлеге рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов.

Бөгөн Өфөлә дәүер геройҙарын һүрәтләгән ижадсылар осрашты
Фото №1 - Бөгөн Өфөлә дәүер геройҙарын һүрәтләгән ижадсылар осрашты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ