Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров менән төбәк ведомстволары етәкселәре социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен тикшерҙе. 2029 йылға тиклем саралар комплексын күҙаллаған юл картаһы эшләнгән. Ул айырым социаль һәм инфраструктура объекттарын төҙөү, реконструкция һәм капиталь ремонт эштәрен үҙ эсенә ала. Бынан тыш, хөкүмәт ағзалары төбәк властарының ярҙамын талап иткән йүнәлештәрҙе асыҡлау өсөн эшҡыуарҙар һәм сәнәғәт секторы вәкилдәре менән дә аралашты.
Ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү Башҡортостан Башлығы контролендә. Шулай уҡ планлаштырылған саралар иҫәбенә - Ломовка ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм Йөйәк ауылында социаль-мәҙәни үҙәк төҙөү, парашют спортын үҫтереү үҙәге проекты ла алынған. Мәғариф объекттары мәсьәләләре өҫтөнлөклөләр иҫәбендә.



