Йыл башынан республика юлдарында йәйәүлеләр ҡатнашлығында 160 авария теркәлгән

Бәләгә тарыусыларҙың 13-ө һәләк булған, 152-һе йәрәхәтләнгән. Белгестәр билдәләүенсә, көндәр йылыу менән балалар ҡатнашлығында авариялар тағы ла арта. Күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында республикала «Йәйәүле» акцияһы башланды.

Республикала йәш автоинспекторҙар отрядтары ла әүҙем эшләй. Өфөләге 10-сы Мәғариф үҙәгендә балалар юл ҡағиҙәләрен үҙләштерә, иғтибарлы булырға өйрәнә.

Йәш автоинспекторҙар отрядына мин 6-сы класта ҡушылдым. Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ - мәктәп уҡыусыларына юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен пропагандалау. Беҙҙең эшмәкәрлегебеҙ йәмғиәткә файҙалы тип һанайым, сөнки һәр беребеҙ юлдарҙа именлекте һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә.

Полина Сорокина
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ