Хәйбула районы Таштуғай ауылында йәшәүселәр 80-cе маскировка селтәрен үргән

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Хәйбула районы Таштуғай ауылында йәшәүселәр 80-cе маскировка селтәрен үргән. Махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау менән оҙатылған япмалар ҡоралды, ҡеүәтле техниканы һәм инженер ҡоролмаларҙы йәшереүҙә ҡулланыла. Әҙел ауылынла ла ирекмәнлек эше йәнләндерелгән. Яугирҙарҙың мөрәжәғәте буйынса маскировка костюмдары ла тегелә.

Ете ҡат үлсә, бер тапҡыр киҫ. Хәйбулла районы Әҙел ауылында йәшәүселәр махсус хәрби операцияға 41-се маскировка селтәрен оҙатмаҡсы . Мәҙәниәт йортонда уны үреү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Гүзәл заттар эш, көнкүреш мәшәҡәттәр араһында ваҡыт табып, септә үрә. Эш технологияһы даими камиллаша.

Хәйбулла районының ирекмәндәр хәрәкәте тәҡдиме менән Таштуғай ауылында ла икенсе йыл маскировка селтәрҙәре үрелә. Япма алғы һыҙыҡта ихтыяж менән файҙаланыла, хәрби техника, ҡоралдарҙы һәм башҡа мөһим объекттарҙы йәшерергә ярҙам итә.

Гүзәл заттар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына 80 маскировка селтәре әҙерләү маҡсатына ирешкән. Тиҙҙән был япмалар сираттағы гуманитар ылау менән оҙатыла.

Септә үреү артабан да дауам итәсәк, ҡулдар өйрәнгән, яугирҙарҙың заказдары тиҙ арала үтәлә. Маскировка селтәрҙәренән тыш, урындағы халыҡ, эшҡыуарҙар гуманитар ярҙам туплауҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ