Башҡортостанда сираттағы экологик предприятие асылды

Благовещенда макулатура эшкәртеү буйынса «Башэковата» заводын сафҡа индереү тантанаһы Өфөлә «Экология. Технологиялар. Тормош» форум-күргәҙмәһе сиктәрендә уҙҙы.

«Башэковата» ҡағыҙ ҡалдыҡтарын эшкәртеп, уны целлюлозалы йылытҡыс етештереүҙә файҙалана. Благовещенда асылған завод 13 кешене эш урыны менән тәьмин иткән, киләсәктә был күрһәткес ике тапҡырға артасаҡ. Предприятие асылыу менән, ойошманың етештереү ҡеүәте өс тапҡырға тиерлек күтәрелгән. Завод дәүләт льготалары менән дә файҙалана: төҙөлөш өсөн сауҙаһыҙ участка бүленгән, коммуникацияға тоташтырыуҙа сығымдар кире ҡайтарылған.

Владимир Путин Рәсәй иҡтисадын экологик йүнәлешкә күсерергә ҡушҡайны. Федераль проектҡа ярашлы, 2030 йылға ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡабаттан эшкәртеү 40 процентҡа етергә тейеш. Бөгөн республикала был күрһәткес 5 процент ҡына тәшкил итә. Беҙ ошо һанды арттырыуға өлөш индерәбеҙ.

Степан Сарбашев, «Башэковата» ойошмаһы директоры

«Экология. Технологиялар. Тормош» форум-күргәҙмәһе баш ҡалала өс көн дауам итәсәк. Унда республиканың төрлө сәнәғәт предприятиелары экологик йүнәлештә өр-яңы алымдар менән таныштыра. Ойошмаларҙың тирә-яҡ тәбиғәткә сығарған ҡалдыҡтар күләмен федераль закондар көйләй. Даими рәүештә сәнәғәт предприятиелары һауа, һыу һәм тупраҡ сифатын контролдә тота. Бынан тыш, ҡояш энергияһын файҙалана, ҡалдыҡтарҙы ҡабаттан эшкәртә, экологик саралар үткәрә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ