Башҡортостанда «Милли өмә үҙенсәлектәре» акцияһына старт бирелде. Бөтә ил буйынса үткән экологик сараға республика быйыл тәүгә ҡушыла. Урамдарҙы йыйыштырыу өмәләрендә Рәсәйҙең 19 төбәге ҡатнаша. Былтыр акция барышында 230 тоннанан ашыу сүп-сар йыйылған. Бөгөн республиканың дәүләт эшмәкәрҙәре, ирекмәндәр һәм студенттар Ағиҙел яр буйын таҙартты. Өмә сағыу концерт номерҙары, эковикторина, флешмоб менән үрелеп барҙы. Акция республиканың башҡа район-ҡалаларында ла дауам итәсәк.



