Етемдәргә дәүләт ярҙамы. Иглин районында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға фатир асҡыстарын тапшырылды. Торлаҡта барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Фатир туйлаусыларҙың шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.
Төрлө ғаилә хәлдәренә бәйле етемлекте бик иртә татыған балалар был шатлыҡлы мәлде күптән көткән Район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға бөтә уңайлыҡтары булған торлаҡ асҡыстары һәм сәскә гөлләмәләре тапшырҙы. Ошо минуттан яңы йортҡа аяҡ баҫыусылар тормоштарының өр-яңы битен яңы шартарҙа яҙасаҡ.
Тантаналы көндө күптәр бер нисә йыл көткән. Фатирҙарҙа бөгөндән бөтә уңайлыҡтар бар. Газ плитәләре, ванналар, һалҡын һәм эҫе һыу, йылылыҡ һәм электр энергияһын иҫәпләүсе ҡорамалдар барыһы ла ҡуйылған. Бынан тыш, торлаҡ заманса янғынды иҫкәртеүсе сигнализация системалары менән йыһазландырылған.
Фатир асҡыстары тапшырыласаҡ тигән яңылыҡҡа Розалиә менән Даниэль Кәримовтар ҙа бик ҡыуанған. Йәш ғаилә ағзаларының йәҙҙәрендә шатлыҡ сатҡылары. Бөтө уңайлыҡтары булған фатир өсөн һәр кем йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һуҙҙәрен еткерә.
Етемдәргә торлаҡ өсөн аҡса федераль бюджеттан бүленгән. Яҡын киләсәкктә Иглин районында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм 164 баланың йәшәү шарттарын яҡшыртыу күҙаллана.
Гүзәл Борханова



