Ул билдәле рәссам-модельер, Башҡортостандың аҡаҙанған туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре Роза Юлдашбаева етәкселегендә эшләйәсәк. «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһындағы цехты файҙаланыуға тапшырыуҙа БЮТ ижади төркөмө лә булды. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Яңылыш сигеп ебәргәндә лә уны төҙәтергә, туҡымаларҙы биҙәү серҙәренә төшөнөргә ярҙам итә. Роза Юлдашбаева һәр оҫтаға айырым иғтибар бүлеп, нағыштың төрлө схема һәм техникаһына өйрәтә. Уҡыусы ролендә «Ағиҙел» предприятиеһы оҫтаһы - Гөлшат Миңлеғәлина. Быға тиклем ул битлектәр ҙә, ҡурсаҡтар өсөн кейем, милли атрибутика ла тегә. Әле ойошманың яңы цехында - Башҡорт сигеү йортонда яңы һөнәр үҙләштерә.
Роза Юлдашбаеваның исеме сәнғәт һәм мода һөйөүселәр өсөн күптән таныш. Уның ҡул эштәре Рәсәйҙән тыш, Иран, Польша, Америкала йәшәүселәрҙең шәхси коллекцияларында һаҡлана, оҫта үҙ күргәҙмәләре менән Германия һәм Ираҡ халҡын да таң ҡалдырғайны. Роза Рафиҡ ҡыҙының ижады республика ғорурлығы һәм милли традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү өлгөһө, тиелде тантаналы сарала.
Роза Юлдашбаеваның Башҡорт сигеү йорто «Ағиҙел» предприятиеһының 11-се цехы. Ләкин ул тик яңы әйберҙәр етештереү урыны ғына түгел. Бында оҫтаның күн, тире һәм туҡыманан милли колоритлы кейем, паннолары урын алған. Ҡунаҡтарҙы улар менән яҡыныраҡ Роза Рафиҡ ҡыҙы үҙе таныштырҙы.
Уникаль ҡул эштәре өлгөләре менән танышып сығыуҙан тыш, оҫталар менән осрашыу сигеү йолалары тураһында һөйләшеүҙәр менән дауам итте.
Роза Юлдашбаева етәкселегендә сигеү серҙәренә төшөнөргә теләүселәр «Ағиҙел» предприятиеһына мөрәжәғәт итә ала. Тантаналы асыу сараһында иһә Башҡорт сигеү йорто яңы оҫталар үҫтереү урынына әйләнһен тигән теләктәр яңғыраны.
Әлфинә Килдейәрова




