Түбәнге Новгород ҡалаһында "Ватанды һаҡлаусылар" фондының попечителдәр советы ултырышы үтте. Унда яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә һәр төрлө ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре ҡаралды, төбәктәр тәжрибәһе өйрәнелде. Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә юридик ярҙам күрһәтелә, белгестәр төрлө ҡала һәм райондарҙа осрашыуҙар уҙғара. Шулай уҡ "Ер көсө" тигән этномәҙәни фестиваль уҙғарыла, уның маҡсаты - социаль-психологик ярҙам күрһәтеү.




