Райондың Һабыр ауылында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Илнур Теүәлбаев һәм Хәйерзаман Атанғолов иҫтәлегенә үҫентеләр ултыртылды. “Ағастар шаулап үҫһен, тиҙерәк һуғыш бөтһөн. Ил именлеге өсөн башын һалған ҡаһарман ир-егеттәребеҙҙең батырлығы бер ваҡытта ла онотолмаҫ”, - тип яҙған “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов.




