Бөгөн «Спартак» менән «Салауат Юлаев» командалары араһындағы серияла дүртенсе уйын үтә

Һуңғы осрашыуҙа дәғүәселәр 4-2 иҫәбе менән еңеү яулап серияла алға сыҡты. Был көндө юлаевсыларҙан уңышҡа Шелдон Репмал менән Егор Сучков өлгәште. Илдең баш ҡалаһындағы уйынды Башҡортостан юлдаш телеканалында ҡарарға мөмкин. Тура трансляция төнгө сәғәт 10-сы 20 минутта башлана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ