Башҡортостан юлдаш телеканалының Республика лайф проектының бер меңенсе программаһы эфирға сыҡты

Башҡортостан юлдаш телеканалының Республика лайф проектының бер меңенсе программаһы эфирға сыҡты. Ошо уңайҙан Радий Хәбиров Республика йортонда проекттың ижади коллективы менән осрашты.

Республика LIVE #дома телепроектының беренсе сығарылышы 2018 йылдың 14 ноябрендә эфирға сыҡты. Тәүге программа Радий Хәбировтың Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышы - Мәсетле, Салауат, Дыуан райондарына эш сәфәрен яҡтыртты.

Быйыл апрелдә тапшырыуҙың 1000-се программаһы эфирҙа булды, ул Благовещен ҡалаһынан әҙерләнде. Проект командаһы был юлы төбәк етәксеһе менән ғәҙәттәгесә эш сәфәрендә түгел, Республика йортонда йыйылды.

Пандемия башланғас, программа командаһы Радий Хәбиров менән бергә ковид-госпиталдәрҙең «ҡыҙыл зоналарында» булды. VI Бөтә донъя фольклориадаһы,»Йәш профессионалдар» милли Чемпионаты финалы кеүек күләмле саралар, 2022 йылдан - махсус хәрби операция биләмәһенә һәм республика буйлап эш сәфәрҙәре - программала һәр береһе йөкмәткеле сағылыш таба.

Сибай телевидениеһынан Республика лайф командаһына килеп эшләүемә биш йыл тулды. Ул ваҡытта 281-се сығарылыш ине. Райондар буйлап эш сәфәрҙәрендә эшләү оҡшай.

Лиана Кирилова, «Республика LIVE #ДОМА» программаһы мөхәррире

Программаның төп сығарылыштары Башҡортостан юлдаш телеканалында аҙнаһына дүрт тапҡыр - шишәмбе, кесаҙна шәмбе һәм йәкшәмбе сыға. Шулай уҡ Башҡортостан юлдаш телеканалы, Рәсәй 24, Башҡортостан 24, ОТР телеканалдарында ҡабатлауҙар бар. Программаны үҙ эшен яҡшы белгән һәм яратҡан команда эшләй. Шулай уҡ ул йәш көстәр менән тулылана.

Башҡортостан башлығы телепроект командаһы менән артабанғы эш йүнәлеше тураһында һөйләште. Халыҡҡа яҡыныраҡ булыу һәм аралашыу, төбәктә тормошҡа ашырылған проекттарҙы күрһәтеү бурысы ҡуйылды.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ