Һайлап алыу пунктында йәшәү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Кандидаттар ошонда уҡ консультация ала, медицина комиссияһын үтә, документтарҙы тергеҙә. Барыһы ла оператив рәүештә хәл ителә. Яңы корпустың асылыуы Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәрҙең артыуы менән бәйле. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Черемушки» шифаханаһы базаһында эшләгән үҙәктә 24 сәғәт эсендә документтарҙы рәсмиләштереп, хеҙмәт урынына барып етеү мөмкинлеге бар. Көн һайын бында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тиҫтәләгән граждандар, шулай уҡ сит ил кешеләре килә.
Өфө эргәһендә урынлашҡан үҙәк бер тәҙрә режимында эшләй. Унда махсус хәрби операция биләмәһенә барырға әҙер булған 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Башҡортостанда теркәлеү мотлаҡ түгел. Запаста булған, шулай уҡ хәрби хеҙмәт үтмәгән граждандар ҙа ил һағына баҫа ала.



