Баймаҡ районында «Анюта» носилкаларын әҙерләйҙәр

Баймаҡ районының «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы ир-егеттәре махсус хәрби операция биләмәһендә яралыларҙы сығарыу өсөн кәрәкле булған «Анюта» носилкаларын әҙерләй. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

«Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы етәксеһе Рәмис Әмир улы ир‐егеттәргә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә яралыларҙы эвакуациялауҙа носилкалар кәрәклеге хаҡында еткерә. Уны Сик һаҡсылары Союзы күтәреп ала һәм әлеге көндә республиканың Туймазы ҡалаһында был ҡоролманы етештергән заводҡа мөрәжәғәт итә. Уларҙан ҡарап эшләү өсөн дубликат килгәс тә эшкә тотоналар.

Констркуцияның төп үҙенсәлеге шунда: бер тәгәрмәскә ҡуйылған арба юлһыҙ ерҙән дә еңел үтә ала, яралыларҙы һуғыш яланынан тиҙерәк сығарырға ярҙам итәсәк. Ҡотҡарыусы төркөм утҡа тотолһа уны ятҡырырға, күтәрергә, тәгәрмәсте еңел генә йыйырға мөмкин. Ғәҙәти носилкалар өсөн 4‐6 санитар кәрәк булһа, «Анютаны» ике кеше йөрөтә ала.

Әлеге көндә өс-дүрт «Анюта» носилкалары әҙер. Барлыҡ сығымдарҙы «Беҙ бергә» ирекмәндәр төркөмө үҙ өҫтөнә алған. Бөгөнгө көндә ҡоролманы эшләү өсөн яҡшы торошло велосипед тәгәрмәстәре талап ителә. Баймаҡ ҡалаһының бер нисә эшҡыуары, иретеп йәбештереүселәре носилкалар эшләргә ярҙам итеү өсөн үҙ теләген белдергән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ