«Башҡортостан» телерадиокомпанияһының белем биреү үҙәгендә хәбәрселәр, блогерҙар, мәғлүмәт-аналитика бүлегендә эшләүселәр, зшҡыуарҙар белемен камиллаштырҙы. Улар араһында телевидение һәм радиола эшләүсе хеҙмәттәштәребеҙ ҙә бар. 8 апрелдән 17-һенә тиклем дауам иткән интенсив курстарҙа 30 кеше белем эстәгән. Уҡыу һуңында хәбәрсе эшенең нескәлектәрен өйрәнеп, төп эш алымдарын үҙләштереүселәргә танытмалар тапшырылды.
Телерадиосәнғәт мәктәбе - бай тарихлы белем биреү үҙәге. Быйыл уның асылыуына 20 йыл тула. 2000 йылдар башында, Башҡортостанда яңы милли телерадиоканалдар асылғас, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү көнүҙәк була. Ул саҡта республика Хөкүмәте Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағында үҙенең уҡыу үҙәген булдырырға ҡуша. Ике тиҫтә йыл дауамында был мәктәп меңәрләгән кешегә телевидение һәм радио донъяһын өр-яңынан асырға булышлыҡ иткән.



