Еңеү рухы йөрәктә. Ошо исем аҫтында «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Тамыр» телеканалы ойошторған концерт ошо исем аҫтында үтте. Сарала илһөйәрлек рухы менән һуғарылған йыр-моң яңғыраны, донъя кимәлендә танылған ҡаһарман яҡташтарыбыҙ данланды. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Тигеҙ сафтарҙа үткән егеттәргә ҡарап, балалар ҙа үҙҙәрен ысын һалдаттар кеүек хис итте һәм улар менән бергә маршҡа баҫты. «Тамыр» телеканалы ойошторған быйылғы сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республиканың төрлө төбәктәренән килгән малй-ҡыҙҙар күңеленә ятҡан шөғөл тапты. Ғаилә тарихы, ҡаһарман туғандары тураһында телевизион камераға һөйләүселәр ҙә күп булды.
«Еңеү рухы йөрәктә» тип исемләнгән концерт программаһында сығыш яһаусылар илһөйәрлек рухы менән һуғарылған йыр-бейеү композицияларын тәҡдим итте. Сәхнәлә исемдәре Башҡортостан тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған ҡаһарман яҡташтарыбыҙ ҙа хөрмәтләп иҫкә алынды. Балалар Муса Гәрәев, Миңлеғәле Шайморатов, Мәғүбә Сыртланова кеүек шәхестәр рухына дан йырланы.
Тамашаның икенсе өлөшөндә балалар төрлө уйындарҙа ҡатнашып, бағыусылар әҙерләгән күстәнәстәрҙе алып ҡыуанды.
«Еңеү рухы йөрәктә» тамашаһы телевизион форматҡа ла төшөрөлдө. Уны телевизор ҡараусылар 8 май республиканың төп телеканалында ҡарай ала.
Азат Ғәлиуллин




