Бөгөн - Башҡортостан халыҡтары милли кейем көнөн билдәләй. Рәсми рәүештә 2020 йылдан башлап уҙғарылған сара быйыл бишенсе тапҡыр ойошторола. Иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларын һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Бөгөн Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Һәр халыҡтың үҙенең тарихи, мәҙәни үҙенсәлеге бар, һәм улар милли кейемдә сағылыш таба Йылдан-йыл ҡәҙерле ҡомартҡы милли кейемгә иғтибар һәм ҡыҙыҡһыныу ҙа арта. Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө айҡанлы төрлө ойошмаларҙа, майҙандарҙа күләмле саралар үтә.



