Өфөнән Павловкаға илткән трассала асфальт яңыртыла

Әле Нуриман районының Красный Ключ ауылы аша үткән юл ремонтлана. Төҙөкләндереү эше «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектына ярашлы башҡарыла. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова эшселәр менән осрашып, ремонт барышы тураһында белеште.

Бер аҙна элек был юл участкаһына сыҡҡан бригада асфальт яңыртыуҙың ҡыҙыу мәленә еткән. Әле эш Красный Ключ ауылы аша үткән 5 километр ярым юлда бара.

Юл япмаһын яңыртыу халыҡ өсөн айырыуса ҡыуаныслы, сөнки таушалған асфальт водителдәргә өҫтәмә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырған.

Әле эшселәр тигеҙләүсе ҡатлам түшәй, унан һуң тағы бер ҡатлам асфальт һалынасаҡ. Юл ситтәре ңығытылып, 3 автобус туҡталышы тәртипкә килтереләсәк. Эш графиктан алда бара, һауа торошо ла ҡулай, ти юлсылар.

һауа торошоноң яҡшы тороуы эште иртәрәк башларға мөмкинлек бирҙе, әлегә туристар ағымы ла ҙур түгел. Эш графиктан алда бара. Проект буйынса, 1 сентябрь тип билдәләнгән, ләкин бер ай алдараҡ файҙаланыуға тапшырырға уйлайбыҙ.

Илназ Мөхәмәтйәнов, «Дортрансстрой» ойошмаһының етештереү буйынса директоры

Өфө - Иглин - Красная Горка - Павловка юлы Башҡортостандың терәк селтәренә инә һәм туристик йүнәлеш булып тора. Трасса Нуриман, Иглин, Өфө райондарының күп кенә тораҡ пункттарында йәшәүселәргә транспорт бәйләнешен дә тәьмин итә. Шулай уҡ Павловка һыуһаҡлағысына һәм Красный Ключ шишмәһенә алып бара. Шуға күрә был юлды норматив хәлгә килтереү, республика халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн хәүефһеҙ шарттар булдырыу көнүҙәк һорау ине, тип билдәләйҙәр Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрлығында. Быйыл трассаның 18 саҡрымы тәртипкә килтереләсәк.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ