Радий Хәбиров юғары уҡыу йорттары студенттар идаралығы лидерҙары менән осрашты

Радий Хәбиров юғары уҡыу йорттары студенттар идаралығы лидерҙары менән осрашты

Республикала “Уңышҡа үҙ юлың” тип исемләнгән йәштәр форумы үтте. Башҡортостан башлығы юғары уҡыу йорттары студенттары идаралығы лидерҙары менән осрашты. Сара Студенттар кампусының Геном үҙәгендә уҙҙы. Башҡортостан вуздарында йөҙ меңдән ашыу студент белем ала. Радий Хәбиров билдәләүенсә, юғары уҡыу йорттары ректорҙары менән берҙәм эш һөҙөмтәһе булараҡ сит төбәктәрҙән килгән студенттар һаны ла артҡан.

Радий Хәбиров юғары уҡыу йорттары студенттар идаралығы лидерҙары менән осрашты
Фото №1 - Радий Хәбиров юғары уҡыу йорттары студенттар идаралығы лидерҙары менән осрашты

Радий Хәбиров:

“Һеҙҙең һәр берегеҙ үҫеше өсөн шарттар булдырырға тырышабыҙ. Евразия фәнни мәғариф үҙәге Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Әле төҙөлөш барған кампус мәғариф, фән һәм ижад өсөн заманса киңлек булырға тейеш”.

Радий Хәбиров юғары уҡыу йорттары студенттар идаралығы лидерҙары менән осрашты

   Форумда ҡатнашыусылар мәғариф программаһын, студенттар менән эшләү алымдарын өйрәнгән. Проект яҙыу, гранттар буйынса яңы мәғлүмәт алынған. Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Айҙар Илмөхәмәтов.

Фото №2 - Радий Хәбиров юғары уҡыу йорттары студенттар идаралығы лидерҙары менән осрашты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ