Иглин районында Мәғәфүр Хисмәтуллин иҫтәлегенә арналған йыр бәйгеһе үтте

Бөгөн Иглин районында Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге «Башҡорт һандуғасы» башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үтә. Быйыл ул мәшһүр йырсының тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған. Йола буйынса ижади бәйгелә ҡатнашыусылар арҙаҡлы шәхестең ҡәберенә сәскә һалды, бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Йырсы иҫтәлегенә доға ҡылынды. Быйыл «Башҡорт һандуғасы» конкурсына республиканың тиҫтәләгән районынан һәм Силәбе өлкәһенән 30-ҙан ашыу кеше заявка биргән. Гала-концерт бөгөн киске сәғәт биштә үтә.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ