Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған ярыш баш ҡала янғын һағы идаралығының Чесноковка ҡасабаһындағы уҡыу полигонында ойошторолдо. Унда Өфөнөң янғынға ҡаршы көрәш бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре көс һынашты. Ярыш шарттарына ярашлы, ҡотҡарыусылар 100 метрлыҡ ҡаршылыҡлы дистанцияны үтергә һәм уҡыу башняһының дүртенсе ҡатына менергә тейеш ине. Ярыштың тәүге минуттары уҡ һәр команданың еңеүгә иҫәп тотоуын күрһәтте.
Ҡотҡарыусылар полигон буйлап йүгергәндә һәм юғарыға артылғанда ла сослоғо һәм етеҙлеге менән һоҡландырҙы, төрлө ауырлыҡтағы ғәҙәттән тыш хәлдәргә һәр ваҡыт әҙер булыуҙарын иҫбатланы. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды 22-се янғын-ҡотҡарыу отрядының йыйылма командаһы яуланы. Икенсе урында Өфө янғын һағы идаралығы командаһы. Рәсәй Ғәҙәтән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының махсуслаштырылған янғын-ҡотҡарыу часы командаһы өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде.



