Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Салауат районына эш сәфәре сиктәрендә эшҡыуарҙар менән осрашты. Төбәк етәксеһе менән асыҡ һөйләшеү барышында урындағы бизнес вәкилдәрен борсоған тиҫтәләгән һорау хәл ителде. Көн тәртибендә Радий Хәбиров Салауат Юлаев музейын төҙөкләндереү, «Янғантау» геопаркы инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләренә бағышланған ултырышта ҡатнашты. Төбәк етәксеһе ҡарары менән Дыуан күп профилле колледжын төҙөкләндереү пландары билдәләнде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында .
Башҡортостан тәбиғәтен яратыусылар өсөн яңы туристик объект . Малаяҙ ауылы эргәһендә төҙөлгөн глэмпинг ял итеүселәрҙең иғтибарын йәлеп иткән заманса комплекс . Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш проекты менән танышып хеҙмәткәрҙәр менән аралашты.
Малаяҙ ауылы эргәһендәге глэмпинг өҫтөнлөклө инвестиция проекты исемлегенә индерелгән. Комплексты сафҡа индереү өсөн 180 млн һум аҡса йәлеп ителгән. «Янғантау» геопаркы эргәһендәге глэмпингта визит -үҙәк , эко-һуҡмаҡ , комплексҡа тиклем юл һалыу күҙаллана .
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эф сәфәре сиктәрендә милли герой Салауат Юлаев мираҫын һаҡлауға бағышлаған ултырышта ҡатнашты. Ғалимдар, тарихсылар , журналистар һәм Салауат Юлаевтың исемен мәңгеләштереү эшен алып барған белгестәр менән музейҙы төҙөкләндереү, милли герой иҫтәлегенә тарихи-мәҙәни саралар ойоштороу маҡсаттары билдәләнде .
Салауат Юлаев музейы 1965 йылда асылған. Милли герой яҙмышына, Башҡортостан тарихына бағышланған музейҙы төҙөкләндереү өсөн 114 млн һум бүленгән. Был суммаға музейҙың ҡыйығын, йылытыу һәм елләтеү системаһын алмаштырыу, экспозицияларҙы яңыртыу ҡаралған .
Көн тәртибендә республика етәксеһе Радий Хәбиров Салауат, Дыуан һәм Ҡыйғы райондары эшҡыуарҙары менән осрашты . Асыҡ диалог форматында үткән сарала бизнесҡа ярҙам итеү, уңайлы иҡтисади мөхит ойоштороу һорауҙары иғтибар үҙәгендә булды .
Республикала һалым һәм ер ҡуртымы өсөн ташламалар, эш ҡоролмалары һатып алыу өсөн льготалар, грант системаһы һәм башҡа ярҙам саралары ҡаралған. Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса бизнес вәкилдәре менән осрашыуҙар ай һайын үткәрелә. Эшҡыуарҙарҙың байтаҡ һорау-мөрәжәғәттәре төбәк етәксеһе менән аралашыу барышында уҡ хәл ителде.
Юнеско статусы менән раҫланған «Янғантау» геопаркы киләсәгенә бағышланған ултырышта биләмәне үҫтереү менән бәйле инфраструктура проекттары ҡаралды . «Янғантау» геопаркы заманса шифахананан тыш , асыҡ һауалағы музейҙары , бай программалы туристик маршруттары менән дан тота һәм биләмәне фәнни , иҡтисади , бизнес күҙлегенән үҫтереү юлдары ҡарала .
Башҡортостанда колледждарҙы тәртипкә килтереү йүнәлешендә етди эш алып барыла. Республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән 2022 йылдан урта һөнәри белем биреү учреждениеларын яңыртыу буйынса төбәк программаһы ғәмәлгә ашырыла. Радий Хәбиров Дыуан күп профилле колледжы эшмәкәрлеге менән танышып учреждениела капиталь ремонт ойоштороу маҡсатын ҡуйҙы .Эшсе һөнәрҙәр әҙерләнгән уҡыу йортонда төҙөкләндереү эштәре 2027 йылда башланасаҡ.
Флорида Ким




