Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров илдең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Дмитрий Платыгин менән осрашты. Ул Өфөгә «Проффест. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй вакансиялар йәрминкәһенең төбәк этабында ҡатнашыу өсөн килгән.
Сара быйылдан «Хеҙмәт кешеһе» федераль проекты буйынса уҙғарыла. Фекер алышыу барышында яҡтар үҙ-ара эшмәкәрлекте үҫтереү, шулай уҡ иҡтисад тармаҡтарын кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Дмитрий Платыгин кадрҙар әҙерләү һәм граждандарҙы эшкә урынлаштырыу йәһәтенән республиканың эшен юғары баһаланы. Төбәк башлығы федераль ведомствоға мәшғүллек үҙәктәрен яңыртыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Быйыл тағы 18 объект төҙөкләндереләсәк.



