Өфөлә Ағиҙел аша һалынған күперҙе тоташтырҙылар

«Алтын киҫелеш». Өфө халҡы өсөн мөһим ваҡиға- төҙөүселәр Ағиҙел аша һалынған күпер ярҙарын тоташтырҙы. «Алтын киҫелеш» - капиталь ремонттың иң ҡатмарлы этаптарының береһе. 1956 йылда төҙөлгән объект авария хәлендә була һәм күптән яңыртыуҙы талап итә. Ҡала халҡы өсөн был төп инеү һәм ҡаланан сығыу юлы. Яңыһы төҙөлгәндән һуң 2022 йылда иҫке аркалы күперҙә капиталь ремонт башлана. Төҙөлөш эштәре хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Төҙөүселәр Ағиҙел аша күперҙең ике өлөшөн тоташтырҙы. Һүҙ реконструкцияланған аркалы күпер хаҡында. Был хаҡта Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һөйләне. «Алтын киҫелеш»те тоташтырыу- капиталь ремонттың иң ҡатмарлы этаптарының береһе. Республика башлығы ла 1956 йылда төҙөлгән күпер конструкцияһының авария хәлендә булыуын һәм күптән яңыртыуҙы талап итеүен билдәләне. Әммә артабан автомашиналар баш ҡалаға уңайлы инә алһын өсөн күперҙе ябып тороп, капиталь ремонт үткәрергә тура килә. Әлеге ваҡытта объект 80 процентҡа әҙер, ти белгестәр.

Баш ҡаланың йөҙө булған, аркалы күпер өлөштәре бөгөн ҡорола башланы. Эш ваҡытында тамамланасаҡ. Проектҡа старт 2021 йылда бирелгәйне.Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса башта республиканан, ә һуңғараҡ Рәсәй төҙөлөшө министрлығынан күпер төҙөү өсөн сығымдар бүленде.

Любовь Минакова, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры

Сентябрҙә был ҡоролма аша транспорт ебәреләсәк. Май айында күперҙең ҡаршы яғында яҡтыртыу ҡоролмалары тоҡанасаҡ. Иң мөһиме был күпер аша Дим биҫтәһен һәм Өфө ярымутртауын тоташтырған велосопед юлы үтәсәк.

Ратмир Мәүлиев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы

Алда гидроизоляцияны төҙөкләндереү, асфальт һалыу, барьер һәм терәүҙәрҙе йыйыу бурысы тора. Параллель рәүештә һыу ағыҙыу улаҡтары монтажлана һәм буяу эштәре үтәлә. Объектта көн һайын тиҫтәләгән белгес эшләй.

Аркалы күперҙең иҫкергән металл конструцияларын һүтеү ҙә мәшәҡәт тыуҙырған, әммә төҙөүселәр күләмле эште ваҡытында башҡарған.

Иҫке күперҙе һүтеү буйынса күләмле эштәр үтәлде, әлеге ваҡытта күперҙең яңы өлөштәре ҡорола, уның тышҡы күренеше 1956 йылдағы архитектуранан айырылмаясаҡ.

Евгений Юткин, 130-сы күпер отрядының «Уралмостострой» акционерҙар йәмғиәте филиалы баш инженеры

Башҡалабыҙ Өфөлә Ағиҙел аша күперҙең уң һәм һул яры тоташтырылды. Каиталь ремонттан һуң был урында ике юл һыҙаты һәм велосипедсылар өсөн тротуар буласаҡ. Аркалы күперҙе сентябрҙә техник асыу күҙаллана.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ