Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Ключниковҡа орден планкаһы тапшырылды

Благовар районында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Ключниковҡа орден планкаһы бүләк ителде. Бөйөк Еңеү көнө алдынан 99 йәшлек ветеран Социаль страховкалау фонды бүлексәһендә тантаналы рәүештә тәбрикләнде. Ветеранға Рәсәйҙең пенсия һәм социаль страховкалау фонды етәксеһе Сергей Чирковтың ҡотлау открыткаһыла тапшырылды. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.  

Николай Илларионовичтың күкрәге тулы орден- миҙал. Улар йылдар менән бергә арта, ә сәләмәтлеге шаҡтай ҡаҡшаған 99 йәшлек ветеранға наградаларҙы тағып йөрөү ауырға төшә. Был хаҡта әйткәс тә, район комиссариаты орден планкаһын эшләү яйын тапҡан. Орден планкаһы менән костюм да бүләк ителде.

Ключников ун ете йәшлек кенә сағында 1943 йылдың 11 ноябрендә фронтҡа саҡырылған. Пограничник булып хеҙмәт итә башлаған ул осорҙо ветеран кисәге һымаҡ хәтерләй.

Барғас та беҙҙе тәмле ашаттылар. Шул иҫтә. Иң аяныслыһы- мин күкрәгемә һәм ҡулыма яра алғас поезд менән барғанда- мине яланда ҡалдырып китеүҙәре. Аңымдыф юғалтҡанмын. Нисек госпиталгә эләккәнмен, нисек аяғыма баҫҡанмын. Аңларлыҡ түгел.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Ключниковҡа орден планкаһы тапшырылды

Өс тапҡыр яраланып, контузия алғандан һуң фронтовик 45-се йылдың июль аҙағында тыуған яғына ҡайта. Икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Германияны еңгән өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. Икенсе төркөм инвалиды булыуына ҡарамаҫтан, бер аҙнанан колхоз рәйесе уны эшкә саҡыра. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Николай Илларионович төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләгән. Дәүләттән ярҙам булғанда бирешмәбеҙ әле, ти йөҙйәшәр.

Тантанаға махсус хәрби операцияла ҡатнашып ике аяҡһыҙ ҡалған Айнур Килмәмәтов та саҡырылған. Һуғыш михнәтен берҙәй татыған ике быуын вәкиле бер-береһенең ҡулын ҡыҫты.

Тормош иптәше баҡыйлыҡҡа күскән, һуғыштан һуң бер-бер артлы тыуған өс балаһы ла өлкән йәштә. Бер быуат ғүмер иткән аҡһаҡалдың бер генә теләге..

Беҙ еңдек, хәҙер егеттәрҙең Украинаны ла еңеп ҡайтыуҙарын теләйем. Тыныслыҡ кәрәк!

Николай Ключников, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

Николай Ключников Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын районда байрам итеү сараларында мотлаҡ ҡатнашасағын белдерҙе. Сөнки Благовар районында унан башҡа тағы бер ветеран ғына ҡалған. 99 йәшендә лә үҙен һалдаттарса ныҡ тота, һүҙ араһында шаяртырға ла әмәлен таба.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ