Сифатлы медицина ярҙамына һәр кем хоҡуҡлы. Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында медицина-санитар тәьминәт мәсьәләһенә арналған ултырыш үтте.
Йылдың тәүге кварталында тәфтиш аҫтында булғандар һәм хөкөм ителгәндәрҙе ашығыс рәүештә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы дауалау учреждениеларына ашығыс рәүештә алып барыу буйынса 52 осраҡ теркәлгән, уларҙың 16-һы буйынса профилле ауырыу буйынса стационар дауалау ойошторолған. Бынан тыш, планға ярашлы эш тә башҡарылып, консультатив медицина ярҙамы, медицина тикшеренеүҙәре күрһәтелгән. Сирҙәрҙе иҫкәртеү саралары ла даими уҙғарыла.
Ултырыш барышында идаралыҡта медицина ярҙамы өсөн яуаплы бер төркөм хеҙмәткәрҙәр тәбрикләнде. Сарала ҡатнашыусылар республиканың дауалау учреждениелары менән ведомство-ара бәйләнеште дауам итергә килеште.



