Башҡортостан халыҡтары милли кейеме көнө уңайынан Өфөлә мәҙәни саралар уҙҙы

Бөгөн - Башҡортостан халыҡтары милли кейем көнөн билдәләй. Рәсми рәүештә 2020 йылдан уҙғарылған сара быйыл бишенсе тапҡыр ойошторола. Төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларын һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән байрам уңайынан төрлө ойошмаларҙа, майҙандарҙа күләмле саралар үтә. Ентекләберәк Илүзә Ҡыҙрасова әҙерләгән репортажда.

Милли кейем көнө уңайынан Өфөнөң Йәмәғәт ярҙамы штабында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Һөйләшеүҙә ғалимдар, тарихсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре милли кейемдәрҙе һаҡлау, популярлаштырыу буйынса фекер алышты, ҡул оҫталары халыҡ кейемдәрен тегеү буйынса кәңәштәрен бирҙе.

Башҡорт милли кейеме оҫталарын «Тамға» халыҡ-ара конкурсы бер майҙанға туплай. Бәйгелә Башҡортостандан ғына түгел, йыл һайын төрлө төбәктәрҙән, Италия, Төркиә, Ҡаҙағстан илдәренән вәкилдәр ҡатнаша. Республика халыҡ ижады үҙәге фольклоры-этнографы Гөлгөнә Баймырҙина билдәләүенсә, тап ошондай сараларҙа халыҡтың милли кейемгә ҡыҙыҡһыныуы арта.

Милли кейем көнө Археология һәм этнография музейында ла дауам итте. Сарала туҡыу, милли ҡурсаҡтар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Ҡунаҡтар өсөн Рәсәйҙең биш милләт вәкилдәре ҡатнашлығында төшөрөлгән «Нәҙек еп» документаль фильмы күрһәтелде.

Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияла милли кейем көнөндә уҡыусылар мәҙәни-рухи сарала йылына ике тапҡыр ҡатнаша. Сағыу кейемдәр, биҙәүестәр кейгән ҡыҙҙарҙы танырлыҡ та түгел. Ә милли кейемдәге егеттәр милли кейемде ғорурланып кейә.

Милли кейем көнөндә малай-ҡыҙҙар өсөн фотозона ла эшләне. Унда уҡыусылар боронғо кейемдәр фонында фотоға төштө. Иҫтәлекле көндө тарихҡа теркәне. Милли нағыштар, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, күн излелиеларҙы милли костюмда ҡулланыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, лекциялар тыңланы.

Башҡортостанда 160 ашыу милләт вәкиле йәшәй. Һәр милләт үҙенең нағыштарын, йөҙөн юғалтмай, быуындан-быуынға тапшыра. Мәҙәниәттәр гөлләмәһенә әүерелгән байрам ысын мәғәнәһендә халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм татыулыҡ ептәрен нығыта.

Илүзә Ҡыҙрасова

Волна
Акции БСТ