Милли кейемдәрҙә халыҡ тарихы. Баймаҡ ҡалаһында ла милли кейем көнө киң билдәләнде. Ул төрлө милләт халыҡтары араһында берҙәмлекте, татыулыҡты нығытыуға ҡоролдо.
Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәгендә милли кейем көнө уңайынан «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары йолалары» фестивалендә милли биҙәүестәр эшләүсе ҡул эше оҫталары, милли кейемдәр тегеүселәрҙең күргәҙмәһе, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Бынан 4 йыл элек барлыҡҡа килгән «Аҫылташ» этно‐студияһында шөғөлләнеүсе ҡатын‐ҡыҙҙар боронғо кейемдәрҙе тергеҙеү, реконстркуциялау менән шөғөлләнә һәм байрамда улар үҙҙәре теккән кейемдәр менән дефилела ҡатнашты.
Борондан милли кейем нәҫел¬дән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы һыналған. Улар әле лә үҙҙәренең матур¬лығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын ала. Фестивалға Байым ауылынан килгән Лилиә Ғәлина әсәһенә бынан 70 йыл элек ҡәйнәһе бүләк иткән башҡорт ҡатын-ҡатын ҡыҙҙарының күлдәген кейеп килгән. Һәм улар Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайы иғлан иткән «Мин - милли кейемдә» конкурсында ҡатнашып диплом, сертификатҡа эйә булды.
Райондашыбыҙ яңынан-яңы ҡул эштәре, милли биҙәкле кейемдәре менән һөйөндөрә. Сарала ҡатнашыусылар беҙҙең төбәккә генә хас булған кейем өлгөләре менән танышты. Тимәк, рухи байлығыбыҙҙың бер өлөшө булған милли кейемдәр, биҙәүестәр һаҡлана, быуындан-быуынға тапшырыла. Байрам күңелле ритайым менән тамамланды.
Раушания Рәхимова




