Ҡырмыҫҡалы районы үҙгәрештәр кисерә: колледж яңыртыла, поликлиника эшен башлап ебәрҙе

Киләһе йыл Ҡырмыҫҡалы ауылындағы Ауырғазы күп профилле колледжы филиалында күләмле төҙөкләндереү эштәре башлана. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән ул урта һөнәри белем биреү учреждениеларын яңыртыу программаһына индереләсәк. Бөгөн төбәк етәксеһе шулай уҡ район үҙәк дауаханаһының яңы балалар поликлиникаһы эшмәкәрлеге менән танышты. «Хәтер баҡсаһы» Халыҡ-ара акцияһында ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Кескәй пациенттарҙы дауалауҙа заманса шарттар. Теүәл бер йыл элек Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһы ҡарамағында яңы балалар поликлиникаһы файҙаланыуға тапшырылғайны. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса сафҡа индерелгән медицина учреждениеһында бөгөн ун меңдән ашыу бала хеҙмәтләндерелә. Йәш әсә Нәргизә Семенова билдәләүенсә, ауыл ерендә сифатлы беренсел ярҙам күрһәтелеүе - оло мәртәбә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та Ҡырмыҫҡалылағы яңы балалар поликлиникаһын юғары баһаланы. Учреждение заман талаптарына яуап бирә, табиптарҙың һөҙөмтәле эше өсөн тейешле шарттар булдырылған. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, район халҡы сәләмәтлеген яҡшыртыуҙа аҡ халатлыларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Осрашыуҙа медицина кадрҙары менән тәьминәт мәсьәләһе лә күтәрелде. Бөгөн ауыл ерендә эшләргә теләгән йәш белгестәр өсөн төрлө ярҙам саралары, өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған.

Районда ауыл хужалығы ла үҫешә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Урожай» предприятиеһының селекция-орлоҡсолоҡ үҙәге төҙөлөш майҙансығында булды. Биләмәлә 120 мең тонна орлоҡ һаҡлауға тәғәйенләнгән элеватор күтәреү буйынса күләмле проект тормошҡа ашырыла, ул республика кимәлендә иң ҙуры буласаҡ. Инвестициялар күләме 2 млрд 600 млн һумға баһалана, ҡырҡ яңы эш урыны буласаҡ.

Тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итеүҙә урта махсус уҡыу йорттары ла һөҙөмтәле эшләй. Ауырғазы күп профилле колледжы филиалының тарихы 1933 йылдан башлана. Ул ваҡытта бригадирҙар әҙерләү буйынса биш айлыҡ колхоз мәктәбе булараҡ эшләһә, хәҙер учреждениела ауыл хужалығы производствоһы мастерҙары, иретеп-йәбештереүселәр һәм башҡа һөнәр эйәләре әҙерләнә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса колледж 2026 йылда урта һөнәри белем биреү учреждениеларын яңыртыу программаһына индереләсәк. Төҙөкләндереү эштәре ятаҡтан башлана. Шул уҡ ваҡытта педагогик коллектив колледжға үҙаллы уҡыу йорто статусын биреп, муниципалитет ҡарамағына күсереү тәҡдиме менән дә сыҡты.

Башҡортостан буйынса күләмле йәшелләндереү эштәре башланды. «Хәтер баҡсаһы» Халыҡ-ара акцияһын уҙғарыу майҙансығы булараҡ Ҡырмыҫҡалы ауылындағы илһөйәрлек паркы ла һайлап алынғайны. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Ватанды һаҡлаусылар йылы уңайынан биләмәлә 400 йүкә һәм 100 ҡарағай үҫентеһе ултыртылды.

Йәшелләндереү сараһында йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә теләп ҡатнашты. Тотош ғаиләләре менән килеп, тәбиғәтте байытыуға үҙ өлөшөн индереүселәр ҙә булды. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, экологик акцияла ҡатнашыу - һәр кемдең изге бурысы.

«Хәтер баҡсаһы» акцияһы Башҡортостанда 18 майға тиклем дауам итә. Һәр муницип алитетта урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан айырым участкалар билдәләнгән. Барлығы ике миллиондан ашыу ағас үҫентеһе ултыртыу планлаштырылған. Былтыр был күрһәткес буйынса республика ил кимәлендә өсөнсө урынға сыҡҡайны

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
Акции БСТ