Башҡортостан юлдарында соҡорҙар ямала. Нуриман районы юлсылары Сандар ауылы эргәһендәге трассаны тәртипкә килтерҙе. Был юл туристик маршрут һанала һәм Павловка һыуһаҡлағысы, Красный Ключ шишмәһенә илтә. Соҡорҙарҙы ямау юл инфраструктураһын контролдә тотоу һәм планлаштырыуҙың автоматлаштырылған системаһын файҙаланып алып барыла. Уға ярашлы, эшселәр юлдағы етешһеҙлектәрҙе асыҡлай, системаға соҡор параметрҙарын индерә. Ҡушымтала фото беркетелә. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, етешһеҙлектәрҙе төбәк әһәмиәтендәге трассаларҙа 1 июнгә, урындағы юлдарҙа 15 июнгә тиклем бөтөрөү планлаштырылған.



