«Беҙ таҙалыҡ өсөн» девизы аҫтында үткән акция Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан Ватан һаҡсылары йылына арналды. Уны Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлыҡтары һәм «Экосистема» хәрәкәте ойошторҙо.
Өфө вуздарында белем алған студенттар менән төрлө хәрәкәттәрҙә әүҙем ҡатнашҡан 500 кеше баш ҡалала Георгий Рутто исемендәге дендропаркты тәртипкә килтерҙе. Биләмә быяла, пластик кеүек сүп-сарҙан, иҫе ағас ботаҡтарынан таҙартылды. Шәмбе иртәһен файҙалы үткәргән йәштәр ҡайнар сәй һәм тәмлекәстәр менән һыйланды, патриотик йырҙар башҡарҙы. Бындай сара ҡаланы таҙартыу ғына түгел, йәш быуында илһөйәрлек һәм гражданлыҡ яуаплылыҡты тәрбиәләү ҙә булып тора, ти ойоштороусылар.



