Электр селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәре тирә-яҡ мөхитте һаҡлау акцияһына ҡушылды

Шаран һыуһаҡлағысы ярында «Йәшел яҙ «Бөтә Рәсәй экологик акцияһы уҙҙы. Октябрьский производство беркмәһе, Шаран электр селтәрҙәре бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында үткән экологик өмә хаҡында киләһе яҙмала.

Йылы яҙ сәләмен төбәккә ҡыр өйрәктәре алып ҡайтҡан, яр тирәләй тәүге сәсәкәләрҙә ҙә баш ҡалҡытҡан. Шаран һыуһаҡлағысы район халҡы һәм ҡунаҡтарының яратҡан ял итеү урындарының береһе. Яр тирәләй эшҡыуарҙар заманса 4 глемпинг ҡорған. Район электр селтәрҙәре бүлексәһенең 22 кешенән торған берҙәм командаһы яр буйҙарын сүп-сарҙан, ҡороған ағас ботоаҡтарынан һәм үләндәрҙән таҙартыу өмәһендә ҡатнашты.

Электр селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәре экологик өмәне йыл һайын үткәрә. Һыуһаҡлағыс ярын таҙартыуҙа Октябрьскийҙан 7, Шарандан 15 хеҙмәткәр ҡатнашты, 4 берәмек техника йәлеп ителде.Йыйылған сүп-сар артабан «Экология-Т» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан утилләштереләсәк.

Шаран һыуһаҡлағысында пляж зонаһы ла тәртипкә килтерелде. Һыу инеү урындарына кереү юлдары махсус техника ярҙамында төҙөкләндерелде. Һыуһаҡлағыс биләмәһен күмәк көс менән таҙартыусы өмәселәр сара һуңында усаҡта бешкән ҡайнар аш һәм шешлек менән һыйланды.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ