Өфөнөң 13-сө коррекция мәктәп-интернатынан Алина Сокорова йыл уҡытыусыһы тип танылды

«Дистанцион белем биреү уҡытыусыһы-2025» республика конкурсы бишенсе тапҡыр ойошторолдо. Унда коррекция һәм дөйөм белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Конкурс һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балаларҙы уҡытҡан педагогтар араһында үтте. Ярыштың беренсе этабында республика төбәктәренән 63 уҡытыусы ҡатнашты. Иң күп балл йыйған 45 конкурсант төп этапҡа үтте. Финалистар дистанцион уҡытыу, коррекция эше һәм дәрестән тыш эшмәкәрлекте ойоштороу күнекмәләрен күрһәтеп, «Сферум» платформаһында асыҡ онлайн-дәрестәр үткәрҙе. Жюри ағзалары конкусанттарҙың методик грамоталығын, инновация алымдар ҡулланыуын һәм уҡыусыларҙың дәрестәргә ҡыҙыһыныуын баһаланы.

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә 2010 йылдың сентябрендә республикала мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дистанцион белем биреү үҙәге асылды. Математика, рус теле һәм әҙәбиәте өйҙә уҡытылһа, физика, химия, биология, тарих, башҡорт теле һәм башҡа фәндәр компьютер аша дистанцион белем биреү технологияларын ҡулланып уҡытыла. Республика буйынса ошо рәүешле бөгөн мөмкинлектәре сикләнгән 554 бала белем ала. Уҡыу барышында һәр уҡыусы бушлай компьютер ҡорамалдары менән тәьмин ителә һәм интернет менән файҙаланыу мөмкинлеген ала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ