Иглин районында «Башҡорт һандуғасы» башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үтте

Иглин районында мәшһүр йырсы Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге «Башҡорт һандуғасы» башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үтте.

Мәҙәни сара Иглин ауылының күренекле йырсы исемен йөрөткән музыка мәктәбе алдында шәхес һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Яҡташтары һәм республиканың билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре йырсы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, уның сағыу ижадын иҫкә алды. Быйылғы конкурста республиканың төрлө район-ҡалалары һәм Силәбе өлкәһенән 40-ҡа яҡын башҡарыусы ҡатнашты. Конкурс шарттарына ярашлы, улар Мәғәфүр Хисмәтуллиндың репертуары өлгөләрен дә башҡарырға тейеш ине. Конкурс йылдан-йыл йырсы ижады төрлө быуын вәкилдәрендә, шул иҫәптән йәш башҡарыусылар араһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу яулай барыуын күрһәтте.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ