Республика Башлығы шәхси хәрби компаниялар составында махсус операцияла ҡатнашыусыларға түләүҙәр булырға тейеш тип белдерҙе. Бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта һүҙ булды. - Райондар буйлап сәфәр барышында яугирҙарҙың яҡындары менән осрашам. Хәрби хәрәкәт ветераны статусын алыусыларҙың ҡайһы берәүҙәренә түләүҙәр ҡаралмаған. Был ғәҙел түгел. Төрлө үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып тәҡдимдәр әҙерләгеҙ, - тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров "Ватан һаҡлаусылар" фондының республика бүлексәһенә.




