Ул 26 апрелдә башлана һәм 28-енә тиклем дауам итә. Ойоштороусылар белдереүенсә, быйыл текстар Ватанды һаҡлаусылар һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы темаларына бағышланған. Диктантты онлайн яҙырға мөмкин. БСТ телеканалында, акцияның рәсми сайтында һәм социаль селтәрҙә трансляция була. Диктант һөҙөмтәләре 30 көндә иғлан ителә.




