12 майҙа бында реконструкция башлана. Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе. - Өфөлә ҙур эш башҡарҙыҡ. Парктарҙы тәртипкә килтерәбеҙ. Черниковка, Затондағы, Дим районындағы биләмәләрҙе матурланыҡ. Быйыл Ленин паркында ремонт башлайбыҙ. Эштәр ике йылға һуҙылыуы мөмкин, - тине ул. Проект буйынса төҙөкләндереү өсөн 111 миллион һум тотонола.




