Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә билдәләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты буйынса республикала барлығы 94 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү ҡаралған. Ошо маҡсатта 1 миллиард 211 миллион һум йүнәлтелә. Ултырышта күтәрелгән көнүҙәк мәсьәләләр, мөһим ҡарарҙар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Өфөнөң Ленин паркында ойоштороласаҡ күләмле реконструкция буйынса йәмәғәт тыңлауҙары ойошторолған, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән төҙөлөш барышын эшсе төркөм күҙәтеүгә аласаҡ. Биләмәләге эш яҡынса ике йыл дауам итер тип күҙаллана
Халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнгән парк 12 майҙан тулыһынса ябыла. Проектты тормошҡа ашырғанда биләмәгә икенсе һулыш биреп, инженер селтәрҙәр, юлдар, фонтантарҙы яңыртыу ҡаралған. Видео күҙәтеү камералары, бәләкәй архитектура формалары, балалар майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Шул уҡ ваҡытта төбәк кимәлендәге мәҙәни мираҫ объектында булған барлыҡ һәйкәл, мемориаль объекттар һаҡлап ҡалына. Оператив кәңәшмә барышында төбәк етәксеһе баш ҡаланың тарихи урыны ниһайәт, иғтибар үҙәгенә алыныуын билдәләне.
Быйыл Башҡортостанда барлығы 164 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырылған, уларҙың 94-е «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты буйынса заманса төҫ аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта Хәрби дан объекттарында ла тәртип булырға тейеш. 9 май - Еңеү көнө яҡынлашып килә. Ошоға бәйле контроль идаралыҡ муниципалитеттарҙың күләмле датаға әҙерлеген күҙәтеүгә алған. Етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала юҡ итеү бурысы ҡуйылды.
Башҡортостандың туғыҙ муниципалитеты йылытыу миҙгелен тамамланы, тағы ла унауһы ошо аҙнаға был эште планлаштырған. Төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы май байрамдарында көтөлгән һауа торошона бәйле муниципалитеттарға иҫкәртеү ҙә яһаны.
Шул уҡ ваҡытта урман янғындарына бәйле хәл дә етди контролгә алынырға тейеш, хәүефле миҙгел башланды. Уҙған тәүлектә генә Белорет районында ут сығыу буйынса ике осраҡ теркәлгәйне, янғын оператив рәүештә һүндерелгән.
Оператив кәңәшмәлә яҙғы баҫыу эштәре барышы, хеҙмәт миграцияһына бәйле мәсьәлә, шулай уҡ Дәүләкәндәге икмәк комбинатының үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды. Эшлекле һөйләшеүҙәр барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтарын урындағы үҙидаралыҡ көнө менән дә ҡотланы.
Оператив кәңәшмәгә почетлы ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәт һәм Башҡортостан үҫешенә индергән ҙур өлөш өсөн улар «Башҡортостандың атҡаҙанған дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем менән билдәләнде. Яңы наградаға Дәүләт Думакһы депутаты Павел Качкаев, Башҡортостан президентының элекке кәңәшсеһе Виктор Пчелинцев менән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов тәүгеләрҙән булып лайыҡ булды.
Гөлназ Хәйбуллина




