Бөгөн тәүгеләрҙән булып акцияны Белорет, Дыуан, Туймазы, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы районы ауылдары һәм Ағиҙел ҡалаһы ҡабул итте. Заманса күсмә мобиль комплекстар флюорограф, маммограф, диагностика үҙәктәре менән йыһазландырылған. Алтынсы йыл рәттән үткәрелгән һәм халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙаланған тәжрибәне Рәсәйҙең башҡа төбәктәре күтәреп алған. Ауыл халҡына медицина ярҙамы хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Туғыҙ тиҫтәһен ҡыуған мәғариф ветераны Венера Шәрипова һаулығына һаҡсыл ҡарашта. Шуға ла ул табип тупһаһын йыш тапай. Тик бөгөн генә уға Красноусолға, йә Өфөгә барырға тура килмәне. Аҡ халатлылар үҙҙәре килде.
Аҡ халатлылар сирҙе асыҡлап, ни тиклем иртәрәк дауалай башлай, ауырыуҙы тиҙерәк аяҡҡа баҫтырыу, ғүмерен оҙайтыу мөмкинлеге лә шунса арта. Иртә стадияла хатта, яман шеште лә туҡтатырға була. Шуға ла сирҙе хроник ауырыу кимәленә еткерергә ярамай, ти белгестәр.
Яңғыҙҡайын ауылында йәшәүселәр кемуҙарҙан табип күҙәтеүен үтергә тырышты. Күптәре белгескә бер-нисә йыл күренмәгән.
Әйткәндәй, «Сәләмәтлек поезы»на белгестәр ҙә халыҡ һорауы буйынса тупланған.
Әйтткәндәй, былтыр акция сиктәрендә аҡ халатлылар 170 мең кешене ҡабул иткән, 41 мең пациентҡа тикшереү үткәргән. 4 меңдән ашыуында етди һаулыҡ проблемалары, шул иҫәптән онкология, диабет, йөрәк ауырыуҙары, туберкулез шиктәре асыҡланған. Бындай осраҡтарҙың һәр береһен табиптар артабан шәхсән хәл итә. Шуға ла сирҙе ваҡытында асыҡлау хәйерлерәк. Был турала бөгөн Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында ла айырым туҡталды.
Тәүге аҙнала ул Белорет, Дыуан, Туймазы, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы районы ауылдарына һәм Ағиҙел ҡалаһына йүнәлде. График менән ентекләберәк Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин. «Сәләмәтлек поезы»нда тикшереү, анализ тапшырыу һәм процедуралар үтеү бушлай. Үҙең менән паспорт һәм медицина полисы ғына алырға кәрәк, алдан яҙылырға кәрәкмәй. Ҡабул итеү сират тәртибендә ойошторола.
Азат Ғәлиуллин



