Батырҙар онотолмай. Өфөнөң Киров һәм Ленин районы хәрби комиссариатында махсус хәрби операцияла һәләк булған һалдаттарҙың ғаилә ағзаларына дәүләт наградалары тапшырылды.
Был туралағы Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған сержант Самат Ғирфановтың «Батырлыҡ ордены» яугирҙың ҡатыны Миләүшә Фәрит ҡыҙына тапшырылды. Самат Әсхәт улы Ҡариҙел районы егете, хәрби хәрәкәттәр ветераны. Махсус хәрби операцияға ул взвод командиры вазифаһында юллана. Яҡташыбыҙ былтыр сентябрҙә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була.
Ошондай уҡ наградаға һәләк булғандан һуң сержант Иван Низов та лайыҡ була. Награданы туғанының иҫтәлеге итеп һаҡлар өсөн һалдаттың апаһы Надежда Геннадьевна алды. Иван Низов Өфөлә фрезерлаусы, иретеп-йәбештереүсе булып эшләй. Былтыр мартта Рәсәй Ҡораллы көстәре сафына контракт буйынса йүнәлә. Өфөнөң Киров һәм Ленин районы хәрби комиссариатында үткән сарала алғы һыҙыҡҡа ярҙам күрһәткән эшҡыуарҙарға рәхмәт хаттары ла тапшырылды. Республиканан килгән ярҙам яугирҙарға көс һәм ышаныс бирә, тине Шайморатов батальоны яугиры.



