Мәләүез халҡы «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» хәйриә фонды ярҙамында алғы һыҙыҡҡа сираттағы гуманитар ылау ебәрҙе. Курск өлкәһендәге яугирҙар үтенесен иҫәпкә алып күмәк көс менән УАЗ-буханка автомобиле һатып алына. Машина менән бергә яралыларҙы яу яланынан алып сығыу өсөн носилкалар, медикаменттар, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек һәм тәм-томдар ҙа туплана. Ирекмәндәрҙе ҡаланың Ҡазан Божья Матерь иконаһы ғибәҙәтханаһынан Протоиерей Владимир Семавин изге фатихаһын биреп яуаплы һәм оҙон юлға оҙата. Гуманитар ярҙам дошманға ҡаршы алышҡан яҡташтарға шәхсән тапшырыласаҡ.



