«Мираҫ» ансамбле «Өфө» халыҡ-ара аэропортында сағыу флешмоб ойошторҙо

Еңеү мираҫын һаҡлап. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеү алдынан «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында сағыу флешмоб ойошторҙо. Ул «Беҙгә бер Еңеү кәрәк» акцияһы һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы башланғысы менән ойошторолған «Еңеү йырҙары» төбәк флешмобы сиктәрендә үтте. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Әйтерһең дә, совет һалдаттары «Еңеү йыры» менән тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Был күренеш бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Һәр ғаиләнең Бөйөк Ватан һуғышы яланында көрәшкән олатаһы, туғаны бар. «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле солистары ла был йырҙы башҡарғанда үҙ геройҙарын иҫкә алып йырлай.

«Еңеү көнө» йырының һүҙҙәре барыһы өсөн дә таныш. Билдәле композицияны «Мираҫ» ансамбле хоры Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында тәүгә башҡарҙы. Еңеү гимны пассажирҙарҙы һәм аэровокзал хеҙмәткәрҙәрен Бөйөк байрам кәйефенә сорнап, ғорурлыҡ тойғолары уятты. Төрлө тарафтарға юлланырға әҙерләнгән халыҡ теркәлеү, багаж тапшырыу кеүек мәшәҡәттәрен онотоп артистар менән бергә ҡушылып йырланы, был мәлде телефонға төшөрҙө.

Үҙенсәлекле флешмоб кешеләргә байрам мөхитен тойорға, мәҙәни мираҫты һаҡларға һәм халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡтарын тағы берҙе иҫкә алырға ярҙам итә, тигән фекерҙә ойошторусылар. Һуғыш тамамланғандан алып 80 йыл самаһы ваҡыт үткән, әммә уның хаҡында хәтер бер ҡасан да һүрелмәй. Бындай акциялар иһә сәнғәт аша халыҡта илһөйөрлек тойғоларын нығытыу өлгөһө.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ