Ленинград ҡамауын үткән Валентина Поповнина бөгөн Еңеү яҙын Благоварҙа ҡаршылай

Һуғыш михнәте онотолмай... Ленинград блокадаһында йәшәгән Валентина Поповнина 80-се Еңеү яҙын Благовар районында ҡаршылай. Валентина Ильинична 1934 йылда Ярославль өлкәһендә тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уларҙың ғаиләһе Ленинград ҡалаһында йәшәгән.

Аслыҡтан әсәһе дистрофиянан яфаланған, һуғыштан һуң аяғына баҫа алмаған. Бер туған ағаһы менән һеңлеһе яу ҡырында һәләк була. Яртылыш емерек йорттарҙа ут та, һыу ҙа булманы, тип иҫләй Валентина Поповнина. Ауыр шарттарға ҡарамаҫтан, 8 йәшендә ул беренсе класҡа уҡырға инә. Һуғыштан һуң мәктәпте уңышлы тамамлап институтҡа инә. Новгород өлкәһенә эшкә ебәрелгән йәш белгес Башҡортостанда тыуып үҫкән фронтовик һәм хәрби Анатолий Поповнинға кейәүгә сыға. 1958 йылда ғаилә Өфөлә төпләнә. Ғүмер буйы немец теле уҡытыусыһы булып эшләй. Тормош иптәше бынан 25 йыл элек баҡыйлыҡҡа күскәс, ҡыҙы менән Благовар районы Языков ауылына күсенә.

Көндөҙ аталар, төндә бомбаға тоталар ине. Бомба күрше йорттарға төшкәндә беҙҙең өйҙөң иҙәне һелкенә, штукатурка ҡойола торғайны. Туғандарыбыҙҙа ла йәшәнек. Әсәйем үҙенең икмәген дә миңә бирҙе, мин иҫән ҡалдым, ә уның ғүмере өҙөлдө. Яңы йылға мәктәптә бүләк ителгән мандариндың тәме бер ҡасан да онотолмай. Кулекта кәнфит, печенье, хатта грек сәтләүеге лә бар ине.

Валентина Поповнина, Ленинград ҡамауы шаһиты
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ